ЙЫЛЫЛЫҠ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙың коммуналь‑көнкүреш (йылытыу, елләтеү, эҫе һыу менән тәьмин итеү) һәм технологик ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн торлаҡ, йәмәғәт һәм сәнәғәт биналарын (ҡоролмаларын) йылытыу б‑са саралар йыйылмаһы. Урындағы (бер йәки бер нисә бинаны хеҙмәтләндерә) һәм үҙәкләштерелгән (торлаҡ йәки сәнәғәт районын) Й.м.т.и. айырыла. Й.м.т.и. системаһына йылылыҡ электр үҙәктәре, ҡаҙанлыҡтар, йылылыҡ селтәрҙәре, йылылыҡ пункттары, бойлерҙар инә. Башҡортостанда үҙәкләштерелгән Й.м.т.и. Өфө үҙәк электр станцияһын (1931) һәм 1‑се Өфө ТЭЦ‑ын (1938; ҡара: Өфө ТЭЦтары) үҙләштереүгә бәйле индерелә, уларҙа йылылыҡ энергияһы электр энергияһы м‑н бер үк ваҡытта эшләп сығарыла (энергияны айырым эшләп сығарыу м‑н сағыштырғанда етештереү экономияһы 1,5—2 тапҡырға арта). 2,8 км оҙонлоҡтағы беренсе йылылыҡ магистрале 1939 й. 1‑се Өфө ТЭЦ‑ынан эшләп китә (Черниковка ҡасабаһын үҙәкләштерелгән йылылыҡ м‑н тәьмин итә), 1940 й. 411 мең Гкал йылылыҡ ебәрелә. 1947—57 йй. йылылыҡ селтәрҙәре оҙонлоғо 3 тапҡырға арта, йылылыҡ селтәрҙәренә 1912 объект (шуларҙың 70%‑ы — торлаҡ йорттар) тоташтырыла. БР‑ҙа йылытыу һәм технологик йылы биреүҙең 60%‑тан күберәген “Башкирэнерго” ААЙ ТЭЦ‑тары һәм үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтары тәьмин итә. Йыллыҡ йылылыҡ биреү 32 млн Гкал була, шуның яртыһынан күберәге технологик пар рәүешендә нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары тарафынан ҡулланыла, яҡынса 15 млн Гкал — Ағиҙел, Благовещен, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а., “Красноусол”, “Янғантау” шифаханаларын йылытыуға һәм эҫе һыу м‑н тәьмин итеүгә китә. 1990 й. 79,7 млн Гкал; 1995 — 73,5; 2000 — 54,6; 2005 — 55,4; 2010 — 48,0; 2011 — 49,7 млн Гкал күләмендә йылылыҡ энергияһы ебәрелгән. БР йылылыҡ энергияһы эшләп сығарыу б‑са РФ‑та 5‑се урынды биләй (2011).

И.В.Лаврешина, Ш.Р.Әбдерәшитов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018