ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә әүерелдереүсе ҡоролма; йылылыҡ машинаһының бер төрө. Конструкцияһының үҙенсәлектәре б‑са Й.д. поршенлы, реактив, роторлы һәм ҡатнаш (роторлы‑поршенлы, турбореактив һ.б.); эш башҡарыусы есемгә йылылыҡ килтереү ысулы б‑са эске яныулы двигатель һәм тышҡа яныулы двигателгә бүленә. Й.д. мотор яғыулығы, таш күмер, ядро яғыулығы һәм үҫемлектәрҙән алынған яғыулыҡ (рапс һәм арахис майҙары һ.б.) файҙаланыла. Поршенлы двигателдәр автомобилдәрҙә һәм тракторҙарҙа, газ турбиналы, реактив двигателдәр авиацияла, космонавтикала, энергетикала киң ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 40‑сы йй. башынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе төрлө тәғәйенләнешле газ турбиналы һәм поршенлы двигателдәр сығара. 50‑се йй. башлап “Мотор” ҒПП‑нда авиация двигателдәрен, Авиация техник университетында газ турбиналы двигателдәрҙе һәм эске яныулы двигателдәрҙе уйлап табыу, 60‑сы йй. — Аграр университетта Й.д. айырым быуындарын эшкәртеү б‑са эштәр алып барыла.

Р.Д.Йәнекәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018