ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ат үрсетеү һәм уларҙы файҙаланыу; малсылыҡ тармағы. Ат а.х. һәм транспорт эштәрендә, ат спортында һәм туризмда, һөт, ит һәм тире алыу өсөн, ш. уҡ медицинала һәм ветеринарияла ҡулланылған дауалау сывороткалары һәм препараттары (ашҡаҙан һуты, грипҡа, дифтерияға, ботулизмға ҡаршы һ.б. сывороткалар) етештереү өсөн ҡулланыла. Бейә һөтөнән ҡымыҙ эшләнә. Йылҡының 3 тибы айырыла: менге, йөк һәм еген аттары, улар эсендә 200‑ҙән ашыу тоҡом һәм тоҡом төркөмө бар. Башҡортостан үҫешкән Й. төбәгенә инә. Башҡорт аты башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтендә ҡулланылған һәм рус армияһына ебәрелгән. 1895 й. Өфөлә аттар күргәҙмәһе үткәрелгән, унда башлыса Өфө өйәҙенән 85 ат күрһәтелгән. 1917 й. Өфө һәм Бөрө өйәҙҙәрендә юртаҡ тоҡомло бейәләр аҫраған 40 ат хужаһы булған. 1924 й. Маҡан йылҡысылыҡ з‑ды (1930 й. дәүләт завод ат аҙба рына үҙгәртелә), 1931 й. юртаҡ тоҡомло аттар үрсетеү б‑са Дыуан дәүләт тоҡомло аттар үрсетеү хужалығы, 1937 й. Йылҡысылыҡ заводы №119 ойошторола. 30‑сы йй. респ. Баймаҡ, Көйөргәҙе һәм Хәйбулла р‑ндарында йылҡысылыҡ з‑дтарына нигеҙ һалына. 50‑се йй. ауыл хужалығын механизациялау һәм автомобиль транспорты үҫешеүе һөҙөмтәһендә аттарҙың һаны кәмей. Йылҡысылыҡ з‑дтары менге аттарын үрсетеү б‑са эшмәкәрлеген туҡтата, 119‑сы Өфө йылҡысылыҡ з‑ды һәм тоҡом йылҡысылыҡ фермалары юртаҡ тоҡомдар үрсетеү м‑н шөғөлләнә. Продукция йылҡысылығы үҫешен дауам итә. 2011 й. бөтә категория хужалыҡтарында аттарҙың һаны 123 мең тәшкил иткән, ш. иҫ. а.х. пр‑тиеларында — 40,4, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында — 17,7, шәхси хужалыҡтарҙа — 64,9 мең. Респ. 17 тоҡом йылҡысылыҡ фермаһы бар, шуларҙың 14‑е башҡ. тоҡомон (Ауырғазы р‑нының “Таштамаҡ” АХПК, Баймаҡ р‑нының «“Байҡара” агрофирмаһы», “Ҡолонсаҡ”, “Толпар” ЯСЙ-лары һәм “Аҡморон” АХПК, “Өфө” ат аҙбары, 119‑сы йылҡысылыҡ з‑ды, Учалы р‑нының “Байрамғол агрофирмаһы”, “Юрға” һәм “Юлдаш” ЯСЙ‑лары, Әбйәлил р‑нының “Иҙел”, “Ҡаҙмаш”, “Яҡташ‑N” ЯСЙ‑лары һәм “Ишҡол” АХПК), 1‑һе — орлов юртаҡ тоҡомон (“Өфө” дәүләт завод ат аҙбары), 1‑һе — урыҫ юртаҡ тоҡомон (119‑сы Өфө йылҡысылыҡ з‑ды), 2‑һе — урыҫ йөк тоҡомон (Туймазы р‑нының “Бишенде” АХПК, Стәрлетамаҡ р‑нының “Стәрлетамаҡ” АХПК) камиллаштыра. БР — илдәге иң ҙур ҡымыҙ эшләү һәм ҡымыҙ менән дауалау үҙәге. Йыл һайын ит өсөн 20 меңдән ашыу йылҡы малы һатыла, 3,5— 5,0 мең т йылҡы ите етештерелә (респ. етештерелгән иттең дөйөм күләменең 3,5—4,0%‑ы). Респ. Й. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып үткәрелә. Аграр университетта һөт Й. ҡолондарҙың үҫеүе һәм үҫеше б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла (Х.Р.Солтанаев). Ауыл хужалығы институтында ҡымыҙ м‑н дауалауҙы йыл әйләнәһенә ойошторор өсөн бейә һөтөн етештереү һәм киптереү технологиялары (И.А.Сайгин), ҡымыҙ ҡурын әҙерләү (Х.Х.Сөләймәнова), ҡоро һөттө һаҡлау, тергеҙеү һәм ҡымыҙ әҙерләү (А.В.Бузовкина, В.С.Мөрсәлимов) ысулдары, башҡ. тоҡомло бейәләрҙең һөт сифаттарын өйрәнеү (В.В.Иҙиәтуллина, С.Г.Кәримова) һәм яҡшыртыу ысулдары (Мөрсәлимов, И.Ә.Әхәтова) уйлап табыла, аттарҙың башҡ. тоҡомоноң “Ирәндек” махсуслашҡан һөт (М.Ә. Лоҡманов, Н.Н.Мөкминов, Мөрсәлимов, Әхәтова) һәм “Учалы” ит (Б.Х. Сатыев) типтары булдырыла. И.Е.Чеботарёв йылҡы итен баһалау ысулдарын ентекләп өйрәнә. Шулай уҡ ҡара: Йәш мал үҫтереү, Өйөр йылҡысылығы.

В.С.Мөрсәлимов, Р.Р.Мырҙашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.