ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ЙЫЛҠЫ ЗАВОДЫ ҺӘМ АТ СПОРТЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, коммерцияға ҡарамаған ойошма. 1995 й. Өфөлә БР‑ҙың йылҡысылыҡ һәм ат спорты ассоциацияһы булараҡ ойошторола, 2004 й. алып БР‑ҙың Йылҡысылыҡ, йылҡы заводы һәм ат спорты ассоциацияһы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: һыбайлыларҙың спорт квалификацияһын үҫтереү; ат спорты б‑са район һәм респ. ярыштарын үткәреү һәм Башҡортостан йыйылма командаларын бөтә Рәсәй һәм халыҡ‑ара ат спорты ярыштарына әҙерләү; халыҡ‑ара федерациялар м‑н хеҙмәттәшлек итеү; ассоциация ағзаларын соц. яҡлау; продуктив, эш һәм спорт йылҡысылығының үҫешенә булышлыҡ итеү. Президенттары: Б.Х.Сатыев (1995 й. алып), А.А.Ким (2004 й. алып).

Й.А.Буранғолов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.