ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ ЗАВОДЫ119, ААЙ. Өфө р‑ны Ольховый а. урынлашҡан. Тоҡом аттарын (башҡорт аты һәм урыҫ юртаҡ тоҡомо) үрсетеү һәм үҫтереү, ҡымыҙ етештереү м‑н шөғөлләнә. 2012 й. 72 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 2027 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1316 га. Иген культураларының уңдырышлылығы 26,0 ц/га тәшкил иткән; 824 т иген етештерелгән. Йылҡы һаны — 630, ш. иҫ. башҡ. тоҡомо — 517, урыҫ юртаҡ тоҡомо — 113; 250 баш үрсем алынған; башҡ. тоҡомо бейәләренән һөт биреү осоронда 1000 л ашыу һөт һауып алына. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1936 й. “Өршәк” с‑зы базаһында ойошторола, 2001 й. алып “119‑сы Өфө йылҡысылыҡ заводы” ФДУП, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Йылҡысылыҡ з‑ды аттарында 15 Бөтә Союз рекорды ҡуйылған. Йылҡысылыҡ з‑ды (2005—08) һәм башҡ. тоҡомо аттары (2003—04) Мәскәүҙә үткән Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәләренең алтын, бронза миҙалдары м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018