АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ, ауырға ҡалыу, йөклөлөк, бала табыу һәм бала тыуғандан һуңғы осор (акушерлыҡ), ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөктән тыш енес системаһы ауырыуҙары, уларҙы дауалау, иҫкәртеү (гинекология) м‑н бәйле ҡатын-ҡыҙ организмының физиол. һәм патологик процестарын өйрәнеүсе клиник медицина өлкәһе.

Респ. А.һ.г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1935 й. БДМИ‑ла профилле каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай. А.М.Агаронов етәкс. башҡарылған тәүге фәнни эштәр гинекологик эндокринология, шеш патологияһы һәм рентгенодиагностика мәсьәләләренә арналған (Н.И.Дедова, М.С.Карпачевский). 20 б. 40‑сы йй. 2‑се ярт. — 60‑сы йй. 2‑се ярт. В.В.Третьяков етәкс. оператив акушерлыҡ (Н.Н.Глебова), экстрагениталь патология һәм йөклөлөк (М.А.Возовая), бала тапҡандан һуңғы инфекцион өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү (Н.П.Шувалова) проблемалары өйрәнелә; бала тапҡанда ауыртыуҙы баҫыу өсөн (В.А.Кулавский), балаятҡы муйынтығы фоны ауырыуҙары булғанда (Т.Г.Корниенко), түлһеҙлекте дауалау өсөн (Т.И.Степанова) сикләнгән вакуум ҡулланыу фәнни яҡтан нигеҙле тип табыла. 70‑се йй. уртаһынан Степанова етәкс. йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булғанда (Л.В.Титова) һәм бала табыусы ҡатындың йәшенә бәйле (Л.И.Ураҙаева) йөклөлөк һәм бала табыу, клиника патогенезы, енес ағзалары шешеү ауырыуҙарын рациональ дауалау (Кулавский, Ә.З.Фәйзуллина), инфантилизм (Ө.Р.Хәмәтйәнов) проблемалары өйрәнелә. 70‑се йй. аҙ. БДМИ‑ла дауалау (мөдире Степанова), педиатрия (Глебова) һәм табиптарҙың белемен камиллаштырыу (Кулавский) ф‑ттарында А.һ.г. каф. асыла. 70‑се йй. аҙағынан Кулавский етәкс. енес ағзалары шешеү ауырыуҙарының этиологияһы, патогенезы, клиникаһы, диагностикаһы, иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын яҡшыртыу проблемалары тикшерелә (В.Н.Радутный), оператив акушерлыҡ мәсьәләләре эшләнә (А.А.Афанасьев). 80‑се йй. башынан Глебова етәкс. йөклөлөк патологияһы ваҡытында һәм операциянан һуң ҡатындарҙы реабилитациялауҙың яңы йүнәлештәре һәм алымдары (А.С.Латипов), акушерлыҡ йәрәхәттәре, акушерлыҡ ҡан китеү мәсьәләләре, мед. аборты, балаятҡы эсе контрацепцияһы өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау ысулдары, трансвагиналь операцияның яңы алымдары (В.Б.Трубин, Т.Б.Трубина) уйлап табыла. 90‑сы йй. башынан Хәмәтйәнов етәкс. артериаль гипертензияның гестацион процесҡа һәм яралғының үҫешенә тәьҫире өйрәнелә (Л.А.Дәминова), гестоздың төрлө формалары булған йөклө ҡатындарҙы дауалауҙың, бала тапҡанға тиклем әҙерләүҙең һәм яһалма юл м‑н бәпесләтеүҙең (Э.М.Ғәлиев), балаятҡынан гипотоник ҡан китеүҙе күҙаллауҙың һәм бала тапҡанға тиклем иҫкәртеүҙең (Г.К.Йәнекәева), йөрәк һәм магистраль тамырҙар ауырыуҙары булған йөклө ҡатындарға акушер ярҙамы ойоштороуҙың (Э.М.Камалов) яңы алымдары индерелә, урогениталь инфекцияһы булған ҡатындарҙың ауыры төшөүен иҫкәртеү һәм прегравидар әҙерләү (Д.Ф.Әбсәләмова), бала тапҡандан һуңғы инфекцион өҙлөгөүҙәрҙе диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү (Р.Ә.Үтәшева), гинекологик ауырыулы йәш ҡатындарҙың йөклөлөгөн һәм бала табыуын рациональ алып барыу (Э.М.Зөлҡәрнәева) ысулдары эшләнә. 90‑сы йй. уртаһында Ә.Ғ.Ящук етәкс. трансвагиналь операцияларҙың яңы алымдары индерелә (Л.В.Лузина); гинекологияла лазер нурланышын ҡулланыу өйрәнелә (Р.Р.Ғәлимов). 80—90‑сы йй. БДМУ‑ның А.һ.г. каф. тарафынан химия сәнәғәте ныҡ үҫешкән ҡалала бала табыу патологияһының һәм операция ҡатнашлығының әсә һәм яңы тыуған бала торошона тәьҫирен өйрәнеү б‑са, патологик йөклөлөк, бала табыу һәм операция үткәргән ҡатындарҙы иҫкәртеү, дауалау, реабилитациялау һәм диспансерлаштырыу, ш. уҡ БР‑ҙа әсәләр үлемен һәм гинекология ауырыуҙарын кәметеү алымдарын эшләү б‑са комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелә.

1983 й. БАССР акушер-гинекологтарының 1‑се респ. съезы уҙғарыла. Өфөлә махсус бала табыу йорттары асыла: эндокрин патологияһы б‑са — 8‑се дауахананың бала табыу бүлеге (1956 й. алып), йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы б‑са — 6‑сы бала табыу йорто (1972—2001), резус-конфликтлы йөклөлөк б‑са респ. үҙәге — 3‑сө бала табыу йорто (1986 й. алып), перинаталь үҙәк — 4‑се бала табыу йорто (1989 й. алып). 1997 й. Респ. клиник дауаханаһы эргәһендә ғаиләне планлаштырыу һәм репродукция үҙәге (2003 й. алып Респ. перинаталь үҙәге составында), 2000 й. Өфөнөң 8‑се ҡала дауаханаһы эргәһендә гинекологияла реконструктив-пластик хирургия үҙәге, 2002 й. 4‑се клиник бала табыу йорто эргәһендә кардиоакушерлыҡ үҙәге (икеһе лә — Өфө) ойошторола.

Н.Н.Глебова, В.А.Кулавский, Ө.Р.Хәмәтйәнов, Ә.Ғ.Ящук

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке