ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН ЭНЦЕФАЛОМИЕЛИТЫ, киҫкен вируслы ауырыу, уға үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлегенең ҡаҡшауы, ашҡаҙан‑эсәк юлы һәм бәүел ҡыуығы парезы, һары ауырыуы хас. Тыуҙырыусыһы — классификацияланмаған вирус. Ауырыуҙың көслө, тыныс, һирәгерәк латент (симптомһыҙ) формалары айырыла. Йылҡы, һирәгерәк ишәк һәм ҡасырҙар ауырый. Вирус ауырыу малдарҙан серәкәй һәм талпандарҙың тешләүе аша йоға, организмда нервы көпшәһе буйлап тарала, баш һәм арҡа мейеләренә үтеп инә, елһенеү тыуҙыра. Инкубация осоро 15‑тән алып 40 көнгә тиклем дауам итә. Көслө формала малдар тыйылғыһыҙ итеп алға, һирәгерәк артҡа саба, парез һәм фалиждар, күреү һәләтен юғалтыу, бәүел бүленеүҙең туҡтап тороуы һ.б. билдәләнә. Ауырыуҙың бойоҡлоҡ хас булған тыныс формаһы үҙ ваҡытында дауалағанда йыш ҡына һауығыу м‑н тамамлана. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник, патологоанатомик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалауҙың һөҙөмтәле ысулдары эшләнмәгән. Иҫкәртеү: малдарҙы аҫрау һәм ашатыуҙың ветеринария‑санитария ҡағиҙәләрен үтәү. Малдарҙы инсектицидтар м‑н эшкәртәләр, аҙбарҙа аҫрауға күсерәләр һ.б. Ауырыу асыҡланған осраҡта уңышһыҙ хужалыҡтарҙа 40 көнлөк карантин ойошторола. Башҡортостанда Й.и.э. 20 б. 30‑сы йй. теркәлгән. 1933—34 йй. Башҡ‑н ғилми‑тикшеренеү ветеринария тәж. ст. (ҡара: Ветеринария лабораторияһы) тарафынан ауырыуҙың эпизоотологияһын, патоморфологияһын, этиологияһын өйрәнеү һәм уны юҡҡа сығарыу маҡсатында 2 фәнни экспедиция ойошторола (Г.И.Исанин, Ғ.Х.Ишуков, Ф.Р.Окишев һ.б.). Эксперименталь вакцина уйлап табыла (Ишуков), ул Й.и.э. бөтөрөү осоронда ҡулланыла. 1966 й. алып ауырыу респ. теркәлмәгән.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке