ЙЫЛҠЫБАЙ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында. Калинин р‑нының Фёдоровка а/с ҡарай. Өфөнән К.‑Көнс. 47 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 105 кеше; 1920 — 128; 1939 — 195; 1959 — 180; 1989 — 40; 2002 — 28; 2010 — 61 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1858 й. алып алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ билдәле. 1865 й. Й. (Николаевский) 13 йортта 76 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Яңы Йылҡыбай исеме м‑н теркәлгән. 1992 й. ҡарата Өфө р‑нының Фёдоровка а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.