ЙЫЛҒА УЧИЛИЩЕҺЫ, 1970 й. Өфө команда йылға уч‑щеһы булараҡ асыла, 2005 й. алып Мәскәү һыу транспорты акад. филиалы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: ташыуҙы ойоштороу һәм транспортта идара итеү, хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, суднолар йөрөтөү, судноларҙың электр ҡорамалдарын һәм автоматика сараларын эксплуатациялау, судноларҙың энергетик ҡулайламаларын эксплуатациялау, иҡт. һәм бухгалтер иҫәбе. 3 компьютер класы, 4 спорт һәм уҡыу залы, училище тарихы музейы, китапханаһы, һыу‑спорт лаб., саңғы базаһы, дөйөм ятағы, 4 теплоходы, 2 дебаркадеры, баржалары бар. 6,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012).

Н.В.Бричкин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.