ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО (Castor fiber), кимереүселәр отрядының ҡондоҙҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның урман зонаһынан алып дала зонаһына тиклем таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 120 см тиклем, ауырлығы 35 кг тиклем. Йөнө ҡуйы, асыҡ көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем, һыуланмай. Ҡолаҡ япраҡтары һәм танау тишектәре һыу аҫтында ябыла. Аяғы ҡыҫҡа, биш бармаҡлы, ярылы, артҡылары — бик көслө. Ҡойроғо (30 см тиклем) яҫы, мөгөҙ пластинкалар м‑н ҡапланған. Моногам. Енси яҡтан 2 йылда өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 1—5 бала тыуҙыра. 20—26 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ағас ҡабығы, йәш ботаҡтары м‑н туҡлана. Ярым һыу хайуаны. Һыу‑һаҙлыҡ үҫемлектәренә бай булған һыу ятҡылыҡтарын төйәк итә. Ваҡ йылғаларҙа һәм инештәрҙә быуа һикәлтәләре барлыҡҡа килтергән ваҡытлы быуалар төҙөй, һыуҙағы аҙыҡ һаҡламдарын күсереү өсөн каналдар яһай. Ултыраҡ, яңғыҙ йәки ғаилә м‑н йәшәй, биләгән терр‑яһы сиктәрен ҡондоҙ “ағымы” (парлы мисек биҙе бүлеп сығарған еҫле матдә) м‑н билдәләй. Текә ярҙарҙа 1—2 м тәрәнлектә һыу аҫтына килеп сыға торған юлы булған 8—10 м оҙонлоғондағы өң ҡаҙый; түбән батҡыл ярҙарҙа йыуан ботаҡтарҙан, сыбыҡтарҙан һәм ләмдән 1—3 м бейеклектәге “өйҙәр” төҙөй. Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы терр‑яларында 20 б. башына ҡарай күпләп аулау арҡаһында Й.ҡ. юҡҡа сыға. Й.ҡ. хәҙ. популяцияһы респ. 20 б. 60‑сы йй. Воронеж өлк., Белорус ССР‑ынан һәм Мари АССР‑ынан индерелгән хайуандарҙың реакклиматизацияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Балаҡатай, Ғафури, Дим һәм Эҫем‑Инйәр ғаиләләре булдырыла, уларҙан Й.ҡ. БР‑ҙың күп һыу ятҡылыҡтарына тәбиғи рәүештә тарала. Ҡиммәтле тиреле һунар йәнлеге, ҡондоҙ “ағымы” парфюмерияла һәм халыҡ медицинаһында ҡулланыла. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018