ЙЫЛБОЛАҠТАМАҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Йылболаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 836 кеше; 1920 — 1048; 1939 — 821; 1959 — 640; 1989 — 720; 2002 — 741; 2010 — 623 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1766 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы Һарыһаҙ‑Тәкермән а. башҡорттары Кесе Айыт исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 164 кеше йәшәгән, 1865 й. Йылболаҡ‑Тамаҡ (Түб. Айыт) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 66 йортта 401 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. Исеме гидронимдан алынған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.