ЙЫЛБОЛАҠ‑МАТВЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Ключёвка й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1041; 1939 — 610; 1959 — 489; 1989 — 394; 2002 — 435; 2010 — 371 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бишбүләк 2‑се урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, И.А.Петрова музейы бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1794 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1733 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са Матвеевка исеме м‑н сыуаштар нигеҙ һала. 1865 й. Матвеевка (Йылболаҡ) булараҡ теркәлгән, 81 йортта 488 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Петрова ошо ауылда тыуған. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.