ЙЫЛАНЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 36 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 531 кеше; 1920 — 853; 1939 — 521; 1959 — 498; 1989 — 259; 2002 — 317; 2010 — 343 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Һикәяҙ а. (хәҙ. Дыуан р‑ны) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1866 й. 29 йортта 240 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. 1906 й. ш. уҡ сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, фельдшер пункты, шарап һәм 3 мануфактура кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке