ЙЫЛАНЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан‑Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 96 км алыҫлыҡта Йыланыш й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 265 кеше; 1959 — 273; 1989 — 185; 2002 — 221; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1929 й. Мәсәғүт кантонында Мәсетле МТС‑ы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1958 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Р.Р.Бәҙретдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.