ЙЫЛАНТӨП, Дыуан р‑нындағы ауыл, Өлкөндө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 423 кеше; 1920 — 753; 1939 — 399; 1959 — 405; 1989 — 141; 2002 — 119; 2010 — 85 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. 19 б. 2‑се ярт. Златоуст өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Өлкөндө а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. Й. (Козья) исеме м‑н теркәлгән, 58 йортта 348 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке