ЙЫЛАНЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Йыланлы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2031 кеше; 1920 — 2201; 1939 — 1950; 1959 — 1297; 1989 — 870; 2002 — 893; 2010 — 796 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер­акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Йыланлы исеме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр урынлашҡан. 1795 й. 20 йортта 149 кеше йәшәгән, 1865 й. 156 йортта — 1005 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете теркәлгән. А.Ф.Вәлиәхмәтов, Р.Ә.Вәлиев, С.Ғ.Ғирфанов, К.З.Закирйәнов, Р.Ә.Сафин, Н.Хәким, Х.Х.Яруллин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке