ЙЫЛАН КӨПШӘҺЕ (Echium), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Урта диңгеҙ буйында, Атлантика утрауҙарында, Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ябай Й.к. үҫә. Ике йыллыҡ ҡаты төклө үлән. Һабағы төҙ, ныҡ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 30— 100 см. Япрағы ҡыяҡ‑ланцет, ултырма, йомро нигеҙле; тамыр яны һәм аҫҡылары — оҙонса‑ланцет, һап булып тарайған. Сәскәһе алһыу, аҙаҡ күк төҫтә, зигоморф, тар һепертке рәүешле сәскәлеккә йыйылған ҡыҫҡа төргәктәрҙә урынлашҡан. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡоро, 4 асылмаусы сәтләүек рәүешле өлөшкә тарҡалыусан, июль—авг. өлгөрә. Ҡоро асыҡ урындарҙа, баҫыуҙарҙа, юл буйҙарында үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Рудераль үҫемлек, баллы үҫемлек; ер өҫтөндәге өлөшөн туҡымаларға ҡыҙыл буяу алыу өсөн ҡулланғандар. Һарыҡтар өсөн мал аҙығы үҫемлеге. Составында алкалоидтар, органик к‑талар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. 

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке