ЙЫЛАН АБАҒАҺЫ (Ophioglossum), йылан абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 45 төрө билдәле, ике ярымшарҙа ла таралған. Башҡортостанда ябай Й.а. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5—35 см. Тамырһабағы ҡыҫҡа, һутлы, оҙон итләс тамырлы. Япраҡтың (1—2) вегетатив (стериль) өлөшө бөтөн ситле, тупаҡ, итләс, эллипс йәки йомортҡа формаһында, оҙонлоғо 20 см тиклем. Споралы өлөшө стериль өлөштөң уртаһынан сыға, оҙон, һабында 2 рәт булып урынлашҡан, үҙ‑ара ҡушылып үҫкән спорангийҙар м‑н ҡыяҡлы башаҡ барлыҡҡа килтерә. Спорангийҙары арҡыры ярыҡ яһап асыла, споралары төйөрсәле, июнь—июлдә өлгөрә. Облигат микотроф, Й.а. тамыр ҡабығы күҙәнәктәрендә микориза бәшмәге бар. Дымлы болондарҙа, һаҙлыҡ ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтарҙа үҫә; һирәкләп Белорет (Оло Шатаҡ тауы), Дүртөйлө (Иҫке Балтас а.) һәм Өфө (Чуркин һаҙлыҡтары төбәге, Йоматау а. янында Дим й. һыубаҫар туғайы) р‑ндарында осрай. Йәш япраҡтары (вайялары) ашарға яраҡлы. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.