ЙЫЛАН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: иҙел‑Й., ҡыр‑Й., эске‑Й. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтайҙың төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Й. формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13—14 бб. йыландар Баҙы й. үҙәндәренә, Ағиҙел һәм Тере Танып йй. — түбәнге, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Сөн йй. үрге ағымына күсеп ултыралар, бында улар байлар, бүләр, гәрә, йәлдәк, йәнәй, ҡырғыҙ, таҙ, ыуаныш ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан даруғаһының Йылан улусын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында бында 382 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. Й. йәшәгән ерҙәр Боғорослан өйәҙенә, Бөрө өйәҙенә һәм Бәләбәй өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5‑се (артабан 10‑сы, 11‑се) һәм 10‑сы (12‑се, 13‑сө) башҡ. кантондарына (1798— 1854 йй.) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я Борай, Дүртөйлө, Илеш, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Туймазы, Шаран һәм Яңауыл р‑ндарына инә.

Әҙәб.: Янғужин Р.З. Башҡорт ырыуҙары. Өфө, 1998.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.