ЙЫЛАЙЫР, ауыл, Йылайыр р‑нының һәм Йылайыр а/с үҙәге (1930— 63 йй. һәм 1965 й. алып). Өфөнән К.-Көнс. 410 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Йылайыр й. буйында, Магнитогорск—Ира, Йылайыр—Ҡананикольский—Иҫке Собханғол автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 2,7; 1920 — 4,2; 1939 — 6,6; 1959 — 4,6; 1989 — 4,9; 2002 — 5,9; 2010 — 5,6. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Йылайыр урта мәктәбе, гимназия, музыка мәктәбе, ДЮСШ, 3 балалар баҡсаһы, махсус коррекция мәктәп‑интернаты, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (6 халыҡ коллективы), сиркәү (Спасо‑Преображение ҡорамы), мәсет бар. 18 б. Преображенск заводы эргәһендәге ауыл булараҡ нигеҙ һалына. Преображенск заводы, Преображенский булараҡ теркәлгән. 1760 й. 130 йортта 1150 кеше йәшәгән, 1866 й. 160 йортта — 1721 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, төрлө кәсептәр м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Сиркәү (1830 й. төҙөлгән), күн з‑ды булған. 1900 й. ш. уҡ сиркәүмәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне теркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. 1922—30 йй. Йылайыр кантонының адм. үҙәге. 1925 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Элекке сауҙагәрҙәр йорттарының биналары (башлыса 2 ҡатлы: 1‑се ҡаттары таштан, 2‑селәре — ағастан; 19 б. 2‑се ярт.) мәҙәни мираҫ объекттары булып тора. Г.Г.Валявин, Л.М.Кувшинов, Т.И.Ленникова, А.И.Серков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.