ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ, Йылайыр р‑ны. 1880 й. сиркәүмәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1913 й. алып юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1928 й. — урта мәктәп, 1966 й. — Н.Р.Ириков ис. Й.у.м. 4 уҡыу оҫтаханаһы, а.х. машиналары, мәктәп музейы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында А.Д.Бурзянцев, Г.Г.Валявин, Х.С.Ғүмәров, Н.Р.Ириков, Л.М.Кувшинов, Т.И.Ленникова, В.И.Маслов, А.И.Серков.

К.Б.Сухов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018