ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының эре синморф тектоник структураһы. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ‑көнбайышта Башҡорт мегантиклинорийы, көнсығышта Уралтау зонаһы м‑н сиктәш, көньяҡ‑көнбайышта Урал алды бөгөлөнә асыла. Оҙонлоғо 300 км, киңлеге 50 км тиклем. Арҡыры киҫелешендә Й.с. ялғаш төҙөлөшлө, ҡанаттары йыйырсыҡтар һәм ҡаплау шыуҙырмалары (иң ҙуры — Покров ҡаплау шыуҙырмаһы) м‑н ҡатмарланған. Йыйырсыҡтары тар, ҡыҫылған, үҙәк өлөшөндә — һөҙәк, көнбайыш ҡанатында күбеһенсә көнбайышҡа, көнсығышында көнсығышҡа түңкәрелгән. Й.с. үҙәк өлөшөнә ордовик, силур һәм девондың ултырма һәм өлөшләтә вулканоген тоҡомдарынан, Ҡыраҡа массивының ультраһелтеле тау тоҡомдарынан торған Ҡыраҡа тектоник комплексы тура килә. Көньяҡ өлөшөндә шундай уҡ төҙөлөшлө Һаҡмар зонаһы урынлашҡан. Й.с. ядроһы йылайыр свитаһының ҡалынлығы 3000 м ашыу булған флиш ултырма тоҡомдарынан, көнбайыш ҡанаты — шельф (терриген‑карбонатлы), көнсығыш ҡанаты батиаль (терриген-кремнезёмлы) ултырмаларҙан тора. Й.с. Шығай (Белорет р‑ны), Оло Башарт (Бөрйән р‑ны) һ.б. ваҡ хром мәғдәне ятҡылыҡтары; Йылайыр һәм бер нисә ваҡ, күбеһенсә эшкәртелеп бөткән марганец мәғдәне сығанаҡтары; Йылайыр, Оло Шыр (Йылайыр р‑ны) һ.б. һибелмә алтын ятҡылыҡтары билдәле.

В.Н.Пучков

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018