ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрйән, көнсығышта — Баймаҡ, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Хәйбулла, көньяҡ‑көнбайышта — Ейәнсура, көнбайышта Күгәрсен р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Йылайыр кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Хәйбулла р‑ны составына индерелә. 1965 й. 4 нояб. яңынан ойошторола. Майҙаны — 5774 км2. Адм. үҙәге — Йылайыр а., Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 410 км һәм Сибай т. юл ст. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 30,5; 1959 — 28,4; 1989 — 18,7; 2002 — 18,9; 2010 — 16,6. Милли составы (2002): башҡорттар — 56,5%, урыҫтар — 36,2%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 3,2 кеше/км2. Районда 13 ауыл советы, 54 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Йылайыр (5,6 мең кеше), Юлдыбай (1,6 мең), Матрай (0,9 мең) ауылдары. Район терр‑яһы Йылайыр яйлаһында урынлашҡан. Рельефы йырғыланған тәрән йылға үҙәндәре булған ваҡ таулыҡтар теҙмәһенән ғибәрәт. Райондың көнбайыш өлөшө Йылайыр синклинорийы, көнсығышы — Уралтау зонаһы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында кирбес‑черепица сеймалы: ҡомло балсыҡ (Һаҡмар), төҙөлөш ташы (Исҡужа) ятҡылыҡтары бар. Климаты континенталь, аҙ дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 1,2°C, ғин. уртаса т‑ра ‑16°С, июлдә 18°С. Абс. макс. т‑ра 38,4°С, абс. миним. т‑ра ‑47°C. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500— 600 мм, йылы осорҙа 300—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Ялан Йылайыры, Бараҡал, Йылайыр ҡушылдыҡтары м‑н Һаҡмар й.; Оло Һүрәм ҡушылдығы м‑н Оло Эйек йылғаһы һ.б. барлыҡҡа килтерә. Һоро һәм ҡараһыу һоро тау‑урман тупрағы, йыуылған һәм көлһыуланған тау ҡара тупрағы өҫтөнлөк итә. Райондың төньяғында өлгөрөп етмәгән һоро урман тупрағы, көнсығышында — типик ҡара тупраҡ осрай. Киң япраҡлы ҡайын, ҡарағай һәм ҡарағас урмандары таралған. Терр‑яның 64%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора. Ҡыҙларбиргән а. эргәһендәге ҡарт ҡарағастар тәбиғәт ҡомартҡылары. Райондың көнбайыш өлөшө Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркына инә. 2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 114,6 мең га (дөйөм майҙандың 25%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 38,4, сабынлыҡтар — 32,2, көтөүлектәр — 49,9; урмандар майҙаны — 376, ер өҫтө һыуҙары – 1,4. Район тауурман зонаһына һәм Урал аръяғы дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [3 МУАХП, 160 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында Үркәс урман эшкәртеү хужалығы, Йылайыр һәм Ҡананикольский урман хужалыҡтары, “Урал аръяғы урманы” ЯСЙ урынлашҡан. Районда “Йылайыр сельэнергоһы” ЯСЙ, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Магнитогорск (Силәбе өлк.)—Ира, Юлдыбай—Аҡъяр—Һары (Ырымбур өлк.), Йылайыр–Ҡананикольский–Иҫке Собханғол автомобиль юлдары үтә. Урал иҡтисади төбәккә инә. Районда һөнәрселек лицейы, 29 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 11‑е урта мәктәп, (ш. иҫ. Йылайыр урта мәктәбе, Юлдыбай урта мәктәбе), махсус коррекция интернат‑мәктәбе, 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар ижады йорто, ДЮСШ; үҙәк район һәм участка дауаханалары, 3 амбулатория, 34 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 31 клуб, 17 китапхана, И.И.Дилмөхәмәтовтың йорт‑музейы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Районда 18 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Зилаирские огни” һәм “Ауыл уттары” гәз. сыға.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Карта: Йылайыр районы

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.