АКУДИБАШ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Күсәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 119 км алыҫлыҡта Кудинка й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 411 кеше; 1920 — 443; 1959 — 443; 1989 — 323; 2002 — 289; 2010 — 270 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Шишмә урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1751 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Үрге Сухояз (20 б. 70‑се йй. тиклем булған), Сухояз (хәҙ. Оло Сухояз), Изимари, Ҡолсобай (хәҙ. Иҫке Ҡолсобай), Туҡтар аа. (хәҙ. бөтәһе лә — Мишкә р‑ны) кешеләре нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 41 йортта 231 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н  шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

П.П.Бобровский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.