“ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ”, дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының конкурсы. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә талантлы уҡытыусыларҙы табыу, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү, профессияның дәрәжәһен күтәреү, мәғариф өлкәһендәге алдынғы идеяларҙы пропагандалау, пед. тәжрибәне таратыу һ.б. маҡсаттарҙа үткәрелә. Тәүге Бөтә Союз (1992 й. алып Бөтә Рәсәй) “Й.у.” конкурсы 1990 й. Мәскәүҙә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы т‑да положениеға (1989) ярашлы ойошторола. Башҡортостанда төбәк‑ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” (1996 й. алып), респ. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” (1991 й. алып) һәм уның сиктәрендә “Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” (икеһе лә — 2008 й. алып), ҡала “Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы” (1998 й. алып) конкурстары үткәрелә. Конкурстар лауреаттарына һәм еңеүселәренә БР Президенты премияһы тапшырыла (2002 й. 13 февр. ҡабул ителгән БР Президенты Указы) һәм БР Президенты Указы м‑н “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән почётлы исем бирелә. Абсолют еңеүсе ш. уҡ “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе йәки БР Мәғариф министрлығының грамотаһы йәки РФ Мәғариф һәм фән министрлығының тармаҡ наградаһы м‑н бүләкләнә һәм Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыуға тәҡдим ителә. Респ. “Й.у.” конкурстарында 1200‑ҙән ашыу пед. хеҙм‑р ҡатнашҡан, шуларҙың 100‑ҙән ашыуы лауреат булған (2009).

М.Б.Юлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке