ЙЫЙЫРСЫҠЛЫ ПАРМЕЛИЯ (Parmelia ryssolea), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник төрө. Талломы тармаҡлы, субстратҡа беркетелмәгән, ел ярҙамында тәгәрәп йөрөй. Өлөшсәләре тармаҡлы, мөйөш- цилиндр формаһында, урыны м‑н ялпаҡ, киңәйгән‑тупаҡланған остары бар. Талломының өҫкө һәм аҫҡы яғы көрәнһыу, ситтәре бер аҙ ялтырауыҡ, соредиялары һәм изидиялары юҡ. Тауҙарҙың ташлы битләүҙәрендә, далала үҫә. БР‑ҙа Башҡортостандың Урал аръяғында дала зонаһында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018