ЙЫЙЫН, 1) башҡорттарҙың халыҡ йыйылышы; ҡәбилә йәки ырыуҙың үҙидаралыҡ органы. Дөйөм халыҡ (барлыҡ ҡәбилә һәм ырыу, даруға һәм улус вәкилдәре саҡырылған) һәм урындағы (бер ҡәбилә йәки ырыуға ҡараған бөтә өлкән йәштәге ир‑ат йыйылған) Й. булған. Й. ҡарамағына һуғыш һәм солох мәсьәләләре, йола хоҡуғы, шәриғәт нормалары үтәлешен күҙәтеү, эске һәм ҡәбилә (ырыу)- ара бәхәстәрҙе, ғаиләниках мөнәсәбәттәрен, ш. иҫ. барымта м‑н ҡарымтаны, хәл итеү ингән; унда теге йәки был ырыуҙың, ырыу бүленештәренең, ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмдәренең аҫаба ерҙәренең сиктәре, йәйләү маршруттары һ.б. билдәләнгән (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре); көтөүлектәр, урман, солоҡ ерҙәре, сабынлыҡтар, балыҡлы һ.б. урындар бүленгән; ҡәбилә, ырыу башлыҡтары (ҡара: Батыр, Бей, Тархан, Хан), старосталар, старшиналар, ҡоролтайҙарға ырыу‑ҡәбилә берләшмәләренән вәкилдәр һайланған һәм тәғәйенләнгән. Й. байрам м‑н (һый һәм ҡунаҡтар саҡырыу м‑н) тамамланған, унда төрлө уйындар, ярыштар ойошторолған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Й. роле аҡрынлап сикләнә (ҡара: Урындағы идаралыҡ). Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) осоронда яуҙы яңынан башлау йәки туҡтатыу, ғәскәр башлыҡтарын һайлау, хөкүмәт тәҡдимдәрен һ.б. мәсьәләләрҙе ҡарау өсөн бер нисә тапҡыр Й. үткәрелә. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу барышында указға (1736 й. 11 февр.) ярашлы Й. йылына бер тапҡыр ғына [Ләмйән й. (Ағиҙел й. басс.) буйында] власть вәкилдәре ҡатнашлығында үткәрергә рөхсәт ителә. Й. ойоштороусылар унда ҡараласаҡ мәсьәләләр исемлеген воеводаға күрһәтергә һәм уның рөхсәтен алырға тейеш була. Й. йөкмәткеһе лә (сәйәси һәм иҡт. үҫеш мәсьәләләре күтәрелмәгән), тәбиғәте лә (беренсе урынға күңел асыу сыҡҡан), ҡайһы бер урындарҙа исеме лә (Бәйге, Майҙан, Һабантуй) үҙгәргән. Идара итеүҙең кантон системаһын индереү осоронда Й. уҙғарыу тыйыла. 2) Башҡорттарҙың традицион байрамы. Ырыу‑ҡәбилә берләшмәләренең халыҡ йыйылыштарына барып тоташа. Йәйен (сәсеүҙән һуң ураҡҡа тиклем) аҡланда йәки ҡалҡыу урында уҙғарылған. Й. бер йәки бер нисә ҡәрҙәш ауыл халҡы йыйылған, күрше ауылдарҙан да кешеләр саҡырылған. Һәр ғаилә тирмә йәки ҡыуыш ҡорған. Майҙан уртаһына ҡолға ҡуйыу байрам башланыуын аңлатҡан. Ярыштарҙа ир‑егеттәр бәйгелә, көрәштә, уҡ атыуҙа, ҡурай тартыуҙа, ҡатын‑ҡыҙ йыр‑бейеүҙә оҫталығын күрһәткән, балалар төрлө халыҡ уйындарын уйнаған. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр (айғыр, тәкә, ит, яулыҡ, таҫтамал һ.б.) бирелгән. Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында туйҙар йыш ҡына Й. ваҡытына тура килтерелгән, ул ике ырыу йәки ҡәбилә өсөн оло ваҡиғаға әүерелеп, ҙур байрам булып киткән һәм “Туй йыйыны” (ҡара: Туй) тип аталған. Башҡортостандың төньяғында Й. мәлендә йәрминкәләр үткәрелгән. Байрам һыйы өсөн бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма бешергәндәр, ҡымыҙ, бал, буҙа ҡуйғандар, сәй табынына ҡунаҡтар үҙҙәре м‑н бәлеш, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, гөбәҙиә, бал, сәксәк, эремсек һ.б. алып килгән. Й. күп кенә төрки халыҡтарҙа, ш. иҫ. ҡаҙаҡтарҙа, татарҙарҙа һ.б., булған. 20 б. 90‑сы йй. Башҡортостанда һәм башҡорттар тупланып йәшәгән төбәктәрҙә (ҡара: КамаЫҡ башҡорттары, Пермь башҡорттары, Урал аръяғы башҡорттары, ЫрғыҙКәмәлек башҡорттары, Ырымбур башҡорттары) Й. үткәреү традицияһы тергеҙелә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке