ЙЫЙЫЛМА ТИМЕР‑БЕТОН ҺӘМ БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш материалдары сәнәғәте тармағы. Бетон һәм тимербетондан йыйылма конструкциялар һәм изделиелар (төҙөлөш урҙалары, свайҙар, бағаналар, тоташтырғыстар, баҫмалар, баҫҡыс марштары һәм майҙансыҡтары, ҡойо өлөштәре, торба быуындары, керамзит‑бетон панелдәр, эре панелле конструкциялар һ.б.) сығара. Башҡортостанда тимербетон конструкциялар етештереү 20 б. 40‑сы йй. төҙөлөш ойошмаларының ярҙамсы пр‑тиелары базаһында башлана. Тәүгеләрҙән булып Күмертау тимер-бетон заводы, Октябрьский тимер-бетон конструкциялар заводы, Өфө тимербетон заводы №1, Стәрлетамаҡ тимербетон заводы №1, Тимербетон конструкциялар һәм төҙөлөш деталдәре заводы төҙөлә. 50‑се йй. аҙ. респ. 12 ҙур тимер‑бетон заводы эшләй. 1960 й. Салауат тимербетон заводы, 1991 й. Нефтекама тимер‑бетон изделиелар з‑ды (ҡара: Тимербетон изделиелар заводы) нигеҙ һалына. 1964 й. тармаҡ пр‑тиелары м‑н идара итеүҙе камиллаштырыу маҡсатында Өфө тимер-бетон заводы №2 базаһында “Башжелезобетон” ПБ (ҡара: “Башстройконструкция”) ойошторола. 2004 й. тармаҡта 65 пр‑тие һәм производство була, ш. иҫ. “Железобетон” ЯСЙ, Мәләүез тимербетон конструкциялар заводы. Төҙөлөш материалдары етештереүҙең дөйөм күләмендә тармаҡтың өлөшө 44,6% тәшкил итә. Йыйылма тимер‑бетон конструкциялар һәм изделиелар етештереү күләме (мең м3): 1940 й. — 494, 1960 — 511, 1980 — 1682, 2000 — 601, 2004 — 647, 2010 — 548, 2011 — 687. Тармаҡ өсөн белгестәр ӨДНТУ‑ла әҙерләнә.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.