ЙҮРҮҘӘН‑ӘЙ ТИГЕҘЛЕГЕ, Әй яны тигеҙлеге, Урал алды бөгөлө сиктәрендә Йүрүҙән һәм Әй йй. араһында урынлашҡан. Көньяҡта Башташ һәм Ҡаратау һырттары, көнбайышта Өфө яйлаһы м‑н сиктәш, төньяҡ һәм көнсығыш сиктәре БР сиге буйлап үтә. Бейеклеге көнбайышта 200—300 м, көнсығышта — 300—450 м, абс. бейеклеге 517 м (Яланғастау). Рельефы тулҡынлы убалар теҙмәһенән тора. Йырындар, һыҙалар бар, көнбайыш өлөшөндә карбонат карсы үҫешкән. Й.‑Ә.т. ЙүрүҙәнСылва депрессияһына тура килә. Көнбайышта көңгөр ярусының эзбизташтарынан, мергелдәренән, ҡомташтарынан, аргиллиттарынан һәм гипстарынан, көнсығышта — әртә ярусының, һаҡмар ярусының һәм әселе ярусының терриген һәм карбонат ултырмаларынан, Урал алдында карбондың терриген‑карбонат ҡатламдарынан тора. Тигеҙлек урман‑дала тәбиғәт зонаһында ята. Ландшафы ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы һәм ҡайын урмандарынан, күрән, һаҙ мүге булған һаҙлыҡтарҙан, һоро урман тупрағындағы, ҡараһыу һоро урман, кәҫлекарбонатлы тупраҡтағы, кәҫле көлһыу тупраҡтағы, болон‑ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан һәм көлһыуланған ҡара тупраҡтағы һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт. Й.‑Ә.т. Балаҡатай заказнигы, Ҡарлыхан заказнигы ойошторолған. Дыуан р‑ны Арый а. эргәһендәге ялан сейәлектәре, Гладкий, Таҙтүбә тауҙары, Ҡаракүл, Ҡарашар, Озерский һаҙлыҡтары, карст һаҙлыҡтары комплексы, Сосновый күле — тәбиғәт ҡомартҡылары.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке