АКУДИ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Кудинка й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 — 505; 1939 — 600; 1959 — 584; 1989 — 399; 2002 — 419; 2010 — 467 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙе Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1794 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1757 й. алып билдәле). Шулай уҡ Куди булараҡ теркәлгән. 1865 й. 56 йортта 290 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

П.П.Бобровский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке