ЙҮРҮҘӘН МУЛЬДАҺЫ, Йүрүҙән синклинале, Башҡорт мегантиклинорийының өсөнсө дәрәжәле кире тектоник структураһы, Ямантау һәм Ирәмәл антиклинорийҙары сигендә урынлашҡан. Н.Н.Дингельштедт тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Баҡты һәм Егәлгә һырттары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 28 км, киңлеге 8 км тиклем. Ордовиктың — өҫкө девондың терриген‑карбонат тоҡомдарынан тора. Көньяҡ һәм көнсығыш борттары буйлап ордовик ултырмалары стратиграфик һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә урта рифей ҡатламдарында ята. Төньяҡ көнбайыш борты Йөрәккүл ярығы зонаһының Йүрүҙән ҡаплау шыуҙырмаһы м‑н киҫелгән; бында девон карбонат тоҡомдарының урта рифей егәлгә һәм машаҡ свиталары ҡатламдары м‑н тектоник бәйләнеше күҙәтелә. Й.м. шокша тибындағы кварцлы ҡыҙыл йөҙләү ҡомташтары сығанаҡтары билдәле.

Әҙәб.: Дингельштедт Н.Н. К вопросу о геологическом строении Южного Урала //Труды Всесоюзного геолого‑разведочного объединения ВСНХ СССР. М.; Л., 1932. Вып. 243.

А.В.Кочергин

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке