ЙҮНӘЛЕШ, субъект‑объект мөнәсәбәттәрен белдергән ҡылым категорияһы. Й. категорияһы донъяның күп телдәрендә (мәҫ. алтай телдәрендә, славян телдәрендә, төрки телдәрҙә, финуғыр телдәрендә, һиндевропа телдәрендә) бар. Башҡорт телендә Й. аффикстар ярҙамында яһала һәм грамматик категория ғына түгел, ә семантик категория ла булып тора: Й. формалары ҡылымдың мәғәнәһенә һәм күсемле булыуына бәйле, бөтә ҡылым нигеҙҙәренә лә йүнәлеш яһаусы аффикстар ҡушыла алмай. Башҡ. телендә ҡылымдарҙың йүнәлеш формалары: 1) төп Й., субъект үҙе башҡарған эш‑хәрәкәтте аңлата: “яҙа”, “уҡый”, “көлә”; 2) ҡайтым Й. бер үк ваҡытта хәрәкәттең объекты ла, субъекты ла булып торған затҡа йүнәлтелгән эш‑хәрәкәтте белдерә; ‑ын‑/‑ен‑, ‑он‑/‑өн‑, ‑н‑ аффикстары ярҙамында яһала: “кей‑ен‑еү”, “һөрт‑өн‑өү”, “биҙә‑н‑еү”; 3) төшөм Й. төп килештә килә һәм һөйләмдә эйә функцияһын башҡарған объектҡа йүнәлтелгән эш‑хәрәкәтте аңлата. Күсемһеҙ ҡылымдарға ‑ыл‑/‑ел‑, ‑ол‑/‑өл‑, ‑л‑ аффикстары ҡушып яһала: “яҙ‑ыл‑ыу”, “ҡой‑ол‑оу”, “төҙө‑л‑өү”; 4) уртаҡлыҡ Й. ике йәки унан да күберәк субъекттарҙың үҙ‑ара йәки уртаҡ эш‑хәрәкәтен белдерә; ‑ыш‑/‑еш‑, ‑ош‑/‑өш‑, ‑ш‑ аффикстары ярҙамында яһала: “йыйыл‑ыш‑ыу”, “тот‑ош‑оу”, “һөйлә‑ш‑еү”; 5) йөкмәтеү Й. эш‑хәрәкәтте бер субъекттың икенсеһенә ҡушыуын аңлата; ‑дыр‑/‑дер‑, ‑ҡыр‑/‑кер‑, ‑т‑ аффикстары ярҙамында яһала: “ҡал‑дыр‑ыу”, “ят‑ҡыр‑ыу”, “уҡы‑т‑ыу”.

Әҙәб.: Юлдашев А.А. Принципы выделения и трактовка категории залога в башкирском языке //Вопросы составления описательных грамматик. М., 1961; Саляхова З.И. Функционально‑семантическая категория залоговости в башкирском языке. Уфа, 2012.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке