ЙҮКӘЛЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ, бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 12—6 бб. ҡарай. Ҡыйғы р‑ны Йүкәлекүл а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1967 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла, 1970 й. В.С.Стоколос, 1978 й., 1985 й. В.С.Горбунов һәм М.Ф.Обыдённов өйрәнә. Майҙаны яҡынса 5000 м2, 1644 м2 асылған. Тура мөйөшлө бағана конструкциялы (10—11,4×7,5 м), 2 ишекле, көл ҡалдыҡтары, асыҡ усаҡтар, хужалыҡ соҡорҙары булған 7 торлаҡ табылған. Керамика Черкаскүл мәҙәниәте (муйыны тышҡа ҡарай бөгөлгән, һырлы штамп м‑н биҙәлгән көршәк рәүешендәге һауыттар), Межа мәҙәниәте (һырлы һәм тешле штамп баҫып төшөрөлгән ҡыя һыҙыҡтар, һырҙар, кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән көршәк рәүешендәге һауыттар) һауыттарынан ғибәрәт. Өҫкө ҡатламдарҙа Горохов мәҙәниәте һауыт‑һабаһы ватыҡтары осрай (тальк ҡушып яһалған, шыма штамп баҫып төшөрөлгән ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән). Торамала бронза (бысаҡтар, хәнйәр, ураҡ, беҙҙәр, сулпылар, уҡ башаҡтары), тимер (энә, тәпке, бысаҡ), таш (төйгөстәр, балталар, ышҡыу плиталары, ҡайраҡтар, һандалдар, орсоҡбаштар, ҡойоу формалары, ҡорбанлыҡтар, кеше һыны), һөйәк (тишкестәр, арҡыры балта, бәләкәй көрәк, уҡ башаҡтары, һөңгө остары, ауыҙлыҡ, таралғы), балсыҡ (орсоҡбаш, тигелдәр, сүместәр, металл иретеү табаҡтары) әйберҙәр, ш. уҡ хайуан һәм балыҡ һөйәктәре табылған. Халҡы балыҡсылыҡ, малсылыҡ һәм металл эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы материалдары БДУ фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Обыдённов М.Ф. Древние памятники Северо‑Восточной Башкирии. Уфа, 1991.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.