ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 21 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 715 кеше; 1920 — 825; 1939 — 878; 1959 — 795; 1989 — 626; 2002 — 640; 2010 — 648 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1733 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра). Шулай уҡ Йүкәле исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 53 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта — 295 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея һәм мануфактура кибеттәре иҫәпкә алынған. Ауыл эргәһендә Йүкәлекүл ҡурғандары, Йүкәлекүл торамаһы табылған. С.Ә.Әбдрәшитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018