ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 111 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 482 кеше; 1920 — 829; 1939 — 794; 1959 — 649; 1989 — 364; 2002 — 395; 2010 — 364 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1762 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр һәм типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 15 йортта 94 кеше йәшәгән, 1865 й. 55 йортта — 320 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. З.Н.Имамов ошо ауылда тыуған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018