ЙҮКӘЛЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Ҡарайылға (Миндәк й. ҡушылдығы) һәм Тимәш (Урал й. басс.) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абс. бейеклеге 730 м (Ҡалантау). 539—730 м бейеклектәге 6 түбәһе айырылып тора (Ҡараташ, Ишеғол, Ҡаҡҡотан тауҙары). Рельефы тәпәш таулы, көнбайыш битләүҙәре текә, көнсығышта — һөҙәк; көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Юлситтәге төбәге урынлашҡан. Ирәндек свитаһының андезибазальттарынан, кемпирсай‑войкар комплексының серпентиниттарынан һәм карбондың габброһынан ғибәрәт. Й. битләүҙәрендә Урал й. басс. йылғалары башлана. Ландшафы аҡһыл һоро урман тау тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.