ЙҮКӘЛЕ ТАУҘАРЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Әселе й. (Еҙем й. басс.) алып Нөгөш й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 20 км, киңлеге 1,5—3 км, абс. бейеклеге 673 м. Һыртта 450—673 м бейеклектәге 20‑гә яҡын түбә (Ҡоҙаш, Ҡалынтау, Ҡылысҡыр тауҙары һ.б.) айырыла. Битләүҙәре һөҙәк. Вендтың әшә свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, һәүерташтарынан тора. Һыртта Алағузлы, Әселе, Бәләкәй һәм Оло Ҡоҙаш йй. (Ағиҙел й. басс.) һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро урман һәм кәҫле көлһыу тау тупраҡтарындағы ҡатнаш урмандарҙан ғибәрәт.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.