ЙҮКӘ (Tilia), йүкә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 45 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, һирәгерәк субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда йөрәк япраҡлы, йәки ваҡ япраҡлы Й. үҫә. 300—400 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры киң йәки пирамида формаһында, ҡуйы япраҡ м‑н ҡапланған. Олононоң оҙонлоғо 20—30 м, диам. 1 м тиклем. Ҡайыры ҡыҙғылт төҫмөрлө ҡарағусҡыл һоро төҫтә, шыма, 30—40 йәшенә көрән төҫлөгә һәм тәрән бураҙналыға әйләнә. Япрағы киң йомортҡа формаһында, бер аҙ асимметрик нигеҙле һәм осло киртләс ситле, өҫ яҡтан ҡуйы йәшел төҫтә, ялтыр, аҫ яҡтан тоноҡ, епсәләре тармаҡланып киткән ерҙә төк шәлкеме бар. Сәскәһе ваҡ, һарғылт аҡ төҫтә, 5—7‑шәрләп ярымсатырға йыйылған, ярым сатыр янында эллипс формаһындағы, уртаһына тиклем сәскәлек һабы м‑н ҡушылып үҫкән һарғылт йәшел төҫтәге сәскәлек яны япрағы урынлашҡан. Июнь аҙ.—июлдә сәскә ата. Емеше — йөнтәҫ йомро сәтләүек, авг.—сент. өлгөрә. Дымлы, бер аҙ көлһыуланған ҡараһыу һоро урман һәм ҡомло балсыҡлы ҡара тупраҡта үҫә; йүкәлектәр барлыҡҡа килтерә, ҡатнаш киң япраҡлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандар составына инә. Башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш ипкенендә һәм Башҡортостандың Урал алдында таралған. БР‑ҙың Й. урмандары РФ йүкәлектәренең яҡынса 36%‑ын тәшкил итә. Й. үҙағасы мебель сәнәғәтендә, мискә яһау кәсебендә ҡулланыла, ҡайырынан һалабаш яһайҙар, әйберҙәр үрәләр һ.б. Баллы, декоратив, мал аҙығы, дарыу үҫемлеге.

Әҙәб.: Кучеров Е.В., Байков Г.К., Гуфранова И.Б. Полезные растения Южного Урала. М., 1976.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018