ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ (гр. ischo — туҡтатам һәм haima — ҡан), коронар ҡан әйләнешенең боҙолоуы һәм йөрәк мускулы (миокард) ишемияһы (кислород етешмәүе) м‑н характерланған йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуы. Асыҡланыуы һәм миокард ишемияһы эҙемтәләренә бәйле кинәт коронар үлем, стенокардия, миокард инфаркты, йөрәк етешмәүсәнлеге һ.б. айырыла. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Йөрәктең коронар артериялары киңлегенең тарайыуы йәки тромбозы арҡаһында барлыҡҡа килә. Й.и.а. йыш осраған сәбәпсеһе — атеросклероз. Й.и.а. үҫешенә гипертония ауырыуы, шәкәр диабеты, дислипопротеинемия, тәмәке тартыу, гиподинамия, һимереү, стресс булышлыҡ итә. Төп симптомдары: күкрәк ситлегендә 3—5 минут (стенокардия) йәки 30 минуттан артығыраҡ (миокард инфаркты) ауыртыу, физик сыҙамлыҡтың кәмеүе, йөрәк ритмы боҙолоу, тын ҡыҫылыу. Диагностика өсөн клиник, лаб., инструменталь (электрокардиография, коронар ангиография) тикшереү ысулдары мәғлүмәттәре, физик көсөргәнеш ваҡытында функциональ һынауҙар (велоэргометрия, тредмил‑тест) ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (тромболитик, гиполипидемик, антитромбоцитар препараттар, ангиотензинға әйләндереүсе фермент ингибиторҙары һ.б.), хирургик (коронар ангиопластика, аорто‑ һәм маммарокоронар шунтлау), диетотерапия, дауалау физкультураһы һ.б. Шифаханакурорт учреждениеларында реабилитация тәҡдим ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: киҫкен һәм хроник йөрәк етешмәүсәнлеге, аритмия һәм йөрәк блокадаһы, тромбоэмболия һ.б. Иҫкәртеү: сәләмәт йәшәү рәүеше, диспансерлаштырыу, артериаль баҫымды, глюкоза кимәлен, ҡан липидтарын контролдә тотоу һ.б. Башҡортостанда 100 мең оло кешегә Й.и.а. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2007 й. — 7429,0; 2009 — 7050,6; 2011 — 6704,7. Й.и.а. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. алып Медицина университетында үткәрелә: эпидемиология мәсьәләләре һәм Й.и.а. барлыҡҡа килеүендә хәүеф факторҙарының роле, ш. иҫ. йәшәү рәүешенә, туҡланыу үҙенсәлектәренә, ҡандың липид спектрына, гормондар миҡдарына бәйле булыуы (Ш.З.Заһиҙуллин, Л.Н.Минһажетдинова, И.М.Харисова, Р.М.Хәмиҙуллина, Г.М.Хәсәнова), Й.и.а. патогенезында липидтарҙың перекислы окисланыу, антиоксидант системаһы, иммун‑шешеү реакциялары, ҡан тамырҙары эндотелийы дисфункцияһы, реологик боҙолоу әһәмиәте (Е.А.Гәрәева, Н.Э.Закирова, Ә.Н.Закирова, Н.Н. Нафиҡова, Г.А.Халиҡова) өйрәнелә. Й.и.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла (Л.Т.Ғилметдинова, Н.Э.Закирова, Л.А.Ибраһимова, Р.И.Ишбулдин, В.В.Плечев, В.А.Сурков); стационар ярҙам ойоштороу (Г.Х.Емасова), миокардтың хирургик реваскуляризацияһынан һуң шифахана‑курорттарҙа реабилитациялау (Э.К.Мотаһарова), Й.и.а. м‑н ауырығандарҙы диспансерлаштырыу (Р.Н.Килдебәкова, А.Я.Крюкова, Минһажетдинова, Б.Х.Әхмәтова) мәсьәләһе эшләнә; Й.и.а. өҙлөгөүҙәрен — миокард инфаркты (А.А.Жуманиязова, Н.Ш.Заһиҙуллин, Ә.Ф.Мәҡсүтова, Г.Х.Түләкова), йөрәк етешмәүсәнлеген (Э.Р.Абдюкова, К.И.Ғөбәев, Р.Р.Ғәбиҙуллин, И.М.Карамова) диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре тикшерелә.

Әҙәб.: Закирова А.Н., Руденко В.Г. Диагностика и лечение острого коронарного синдрома. Уфа, 2008; Диагностика и лечение острого инфаркта миокарда с элевацией сегмента ST /А.Н.Закирова [и др.]. Уфа, 2009.

 

Ә.Н.Закирова, В.Г.Руденко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018