ЙӨРӘКТАУ, шихан, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а. көнбайышҡа табан 1 км, Стәрлетамаҡ ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 336 м, оҙонлоғо 1,0 км, киңлеге 0,8 км. Конус рәүешендә. Тау итәктәре аҫтында битләүҙәре текә, ҡая ташлы, һикәлтәһеҙ, ишелмәләр м‑н ҡапланған, көнбайыш битләүе текә, көньяғы — ташлы, төньяғы — урман (имән, саған) м‑н ҡапланған; төньяҡ битләүендә шишмәләр, ш. иҫ. көкөртлө шишмә, бар. Аҫҡы пермь тоҡомдарынан (составында ылымыҡтар, мәрйендәр, брахиоподтар һ.б. булған органоген эзбизташтар, фосфорит ҡатыш алевролиттар) тора. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле‑ҡылғанлы далаларҙан, имәнлектәрҙән, һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре, ш. уҡ реликттар үҫә: Гельм астрагалы, каспий татыр үләне, шырт төклө еҙүлән, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡһ.б. үҫемлектәр. Ерән йомран, күбәләктәр (аполлон, елкәнле күбәләк, ябай үлән күбәләге һ.б.), сиңерткәләр һ.б. йәшәй.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018