ЙӨРӘКТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡажат й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 335 кеше; 1920 — 349; 1939 — 414; 1959 — 262; 1989 — 176; 2002 — 175; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға яҡынса 18 б. башында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Муҡшы исеме м‑н нигеҙ һала. 1764 й., 1776 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы татарҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. Шулай уҡ яңы суҡындырылған сыуаштар йәшәгән. 18 б. аҙ. Йөрәктау‑Муҡшы булараҡ теркәлгән. 1795 й. 52 йортта 277 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 182 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Йөрәктау тәбиғәт ҡомартҡыһы. Б.Ғ.Мирзанов, Р.Ғ.Фәйзуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018