ЙӨРӘГҮЛӘН (Cardamine), әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 160 төрө билдәле, Ер шарының башлыса уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы бер, ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 10—60 см. Япраҡтары сиратлы, һаплы йәки ултырма, ишһеҙ, ҡауырһын һымаҡ теленмә, 4—8 пар өлөшлө; аҫҡыларының өлөштәре йомро йәки йомортҡа рәүешендә, 2—5 айырсалы, өҫкөләренеке оҙонса йомортҡа йәки ланцет рәүешендә. Сәскәләре алһыу күк йәки аҡ төҫтә, ҡалҡан рәүешле суҡтарҙа. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — пәрҙәле ҡуҙаҡ, июль—сент. өлгөрә. Әсе Й., болон Й., ваҡ сәскәле Й. дымлы болондарҙа, уйһыу һаҙлыҡтарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярҙары буйлап респ. бөтә терр‑яһында тиерлек, тейҙертмәҫ Й. башлыса урман бүлкәтенең дымлы урмандарында, парктар һәм баҡсаларҙа осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Й. һирәкләп ваҡ япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Бөрйән р‑ны) осрай. Составында алкалоидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.