ЙӨНТӘҪ КҮРӘН (Trichophorum), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың һалҡын һәм уртаса өлкәләрендә, ш. уҡ субтропик һәм тропик Азияның бейек тауҙарында таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ҡыҫҡа йәки йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 10—30 см, 3 ҡырлы, тәпәш Й.к. төркөмләп урынлашҡан. Аҫҡы япраҡтары тәңкә рәүешендә, өҫкөләренең — ҡыҫҡа пластинкаһы бар. Сәскәләре спираль рәүешендә урынлашҡан тәңкәләр ҡуйынында, ике енесле, альп Й.к. 2 аҫҡыһы — стериль. Сәскә эргәлеге сәскә атыуҙан һуң ныҡ оҙонайыусан 6 ҡыҫҡа төктән тора, тәпәш Й.к. булмай. Сәскәлеге — яңғыҙ, оста урынлашҡан аҙ сәскәле башаҡ. Майҙа сәскә ата. Емеше — 3 ҡырлы сәтләүек, июнь—июлдә өлгөрә. Альп Й.к. һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралыныңтау‑урман зонаһы һаҙлыҡтарында (Төлөк һәм Журавлиный), тәпәш Й.к. Башҡортостандың Урал алдыныңһәм Башҡортостандың Урал аръяғыныңһаҙлы, ҡайһы берҙә татырлы болондарында үҫә. Ике төрө лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.М.Ямалов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке