ЙӨНТӘҪ БӘШМӘК (Lactarius torminosus), базидиомицеттар класының һарыҡ бәшмәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла таралған. Эшләпәһенең диам. 4—13 см, яҫы, үҙәгендә батынҡы, төрөлгән йөнтәҫ ситле, ҡыҙарып торған урындары булған алһыу ҡыҙыл йәки тоноҡ һары төҫтә, сүсле. Пластинкалары йоҡа, һабына ҡушылып үҫкән йәки һалынҡы. Һабының оҙонлоғо 4—9 см, йыуанлығы 1,5—2,5 см, тигеҙ, аҡһыл ал төҫтә, эсе ҡыуыш. Итсәһе тоноҡ һары төҫтә, һөт һымаҡ һуты аҡ, әсе. Спора онтағы һарғылт аҡ төҫтә. Төркөмләп осрай, ҡайын м‑н микоризаға инә. БР‑ҙа ҡатнаш урмандарҙа июлдән алып сент. тиклем үҫә. Аҙыҡ итеп алдан ебетеп йәки бешереп тоҙланған килеш ҡулланыла.

Г.Ғ.Ҡужәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018