ЙӨННӨ, Илеш р‑нындағы ауыл, Йөннө а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 5 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 102 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1311 кеше; 1920 — 1772; 1939 — 1577; 1959 — 1198; 1989 — 848; 2002 — 889; 2010 — 814 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, 2 мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1858 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 34 йортта 205 кеше йәшәгән, 1865 й. 107 йортта — 700 кеше. 2 мәсет, һыу тирмәне булған. Малс‑ҡ, игенселек, һатыуға ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. ш. уҡ мануфактура кибете теркәлгән. 20—80‑се йй., Түб. Йөннө бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндәң һүң Үрге Йөннө булараҡ теркәлгән. Ф.Ф.Яхин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.