ЙӨКЛӘМӘЛӘР, дәүләт йәки алпауыт файҙаһына халыҡ тарафынан башҡарылған мәжбүри эштәр. Рәсәйҙәге төп Й.: хәрби хеҙмәт (граждандарҙы хәрби хеҙмәткә йәлеп итеү; тәүҙә ул ополчение рәүешендә була, 1705 й. алып рекрут Й., 1874 й. — дөйөм хәрби Й.), барщина (алпауыт хужалығында эшләү), йәмәғәт эше (ауыл йәки улус йәмғиәтендә эшләү), ылау йөрөү (һалым йыйыусыларҙы, урындағы хакимиәт вәкилдәрен һ.б. үҙ ылауыңда ташыу, чиновниктарға хеҙмәт ихтыяждарында ат һәм ылау биреү), почта, йәки ям (почта ташыу һәм уны оҙата барыу, курьерҙар йөрөтөү, почта станциялары төҙөү һәм тотоу), юл (юлдар һәм күперҙәр һалыу, уларҙы ҡарау, йүнәтеү), фатир (торлаҡ, көтөүлек биреү, фатирға ингән хәрби командалар өсөн казармалар, лазареттар, ат аҙбарҙары төҙөү) Й. һәм башҡалар. Й. бөтә һалым түләүсе ҡатламдарға ла ҡағылған. Хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) башҡорттар өсөн электән төп Й. иҫәпләнгән. Й. һанының артыуы Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) сәбәптәренең береһе була. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар м‑н мишәрҙәр ш. уҡ ҡаҙна хеҙмәте Й. үтәгән. 19 б. башында хеҙмәткә саҡырылғандарҙың 70—90%‑ы, 40‑сы йй. аҙ. алып 15%‑ы сик һәм һаҡ хеҙмәтенә оҙатылған, ҡалғандары төрлө эштәргә йәлеп ителгән. Командалар юл, хәрби нығытмалар төҙөү, һал ағыҙыу, Ырымбур губернаһы ҡалаларын төҙөкләндереү һ.б. эштәр башҡарған. 17 б. аҙ. башлап типтәрҙәр һәм бобылдәр хеҙмәт Й. атҡарған. Улар Ырымбурға нигеҙ һалыуға, ҡәлғәләр, Стәрлетамаҡ пристанен һ.б. төҙөүгә бәйле ер һәм төҙөлөш эштәрендә, Илек тоҙ промыслаларынан тоҙ сығарыуҙа ҡатнашҡан. Башҡортостанда крәҫтиәндәрҙең Й. Рәсәйҙең үҙәк райондарындағы кеүек була. Өҫтәмә Й. рәүешендә дәүләт крәҫтиәндәре “батшаның дисәтинә ере”н эшкәрткән, ҡаҙна эшен (дәүләт игенен эшкәртеү, тирмәндәрҙе ҡарау) үтәгән. Ваҡыт үтеү м‑н Й. бер өлөшө аҡса йыйыу м‑н алмаштырыла. Земство реформаһы үткәрелгәндән һуң земство Й. киң тарала. Октябрь революцияһынан һуң Й. бөтөрөлә. 1920—22 йй. хеҙмәткә яраҡлы бөтә халыҡ, даими эше булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм хеҙмәт Й. (Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла була) үтәгән, РККА‑ның ҡайһы бер армиялары хеҙмәт армияһы итеп үҙгәртелгән.

И.Ғҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке