ЙӨЙӘК, Белорет р‑нындағы ауыл, Йөйәк а/с үҙәге, т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 150 км алыҫлыҡта Йөйәк й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 355; 1939 — 502; 1959 — 839; 1989 — 820; 2002 — 858; 2010 — 849 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Асы урмансылығында һәм Куйбышев т. юлында (Ҡарлыман—Белорет участкаһы) эшләй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 й. алып хәҙ. исеме м‑н билдәле. 1795 й. Дүрт Йөйәков а. булараҡ теркәлгән, 42 йортта 179 кеше йәшәгән; 1866 й. Й. 37 йортта — 230 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Р.А.Исмәғилев, Ф.А.Исмәғилев, М.Ш.Миһранов, С.Х.Мөхәмәтдинова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке