ЙӨҘӨҮ, спорт төрө, күкрәккә (ирекле стиль) йәки арҡаға ятып ҡолас ташлап йөҙөү (кроль), брасс, баттерфляй һ.б. ысулдар м‑н дистанцияларға (50—1500 м) йөҙөүҙе берләштерә. Башҡортостанда Й. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Й. 1‑се Бөтә Башҡорт олимпиадаһы программаһына индерелгән. 1927 й. Өфөлә Ағиҙел й. Башҡ‑н профсоюздар советының йөҙөү секцияһы булған һыу станцияһында, 1933 й. — “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәтенең һыу‑ишеү базаһында, 1958 й. Яңы Өфө НЭЗ‑ның “Аҡсарлаҡ” һыу‑ишеү базаһында Й. секцияһы асыла. 1967 й. Октябрьский һәм Өфө ҡҡ. беренсе ябыҡ бассейндар эшләй башлай. Салауат ҡ. СССР беренселектәре (1973—74), Өфөлә үҫмерҙәр араһында СССР беренселеге (1987), Й. б‑са Бөтә Союз уйындары (1988) үткәрелә. 18‑се СДЮСШОР командаһы — спорт мәктәптәре араһында Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (2002). Респ. Й. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — Т.Половинкина (1972). Халыҡ‑ара ярыштарҙа Р.Р.Ғиззәтуллин, О.В.Савченко, А.А.Строкин, В.И.Таянович юғары ҡаҙаныштарға ирешә, ш. уҡ Д.В.Иванов — Паралимпия уйындарының көмөш призёры (2000); А.П.Анчин — донъя беренселегенең көмөш призёры (2006); В.А.Боровик — Сурдлимпия уйындары чемп. (2009); М.С.Зимин — Паралимпия уйындары чемп. (2012); П.А.Егорова – Европа уйындарының 6 тапҡыр чемп. (2015) һ.б. Республикала Й. б‑са олимпия резервы спорт мәктәбе №18, 30‑сы ДЮСШ (Өфө) һәм “Алмаз” ДЮСШ (Салауат) эшләй, спорт мәктәптәрендә 15 бүлексә бар, унда 6 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә (2012). 1992 й. алып БР Й. федерацияһы эшләй. Й. м‑н тренерҙар Р.А.Кәримов, И.Л.Тверяков, Н.Г.Энгельс һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

С.Ю.Никитина

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018