ЙӨҘИМӘН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 257 кеше; 1920 — 366; 1939 — 436; 1959 — 458; 1989 — 397; 2002 — 337; 2010 — 317 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 15 йортта 70 кеше йәшәгән, 1865 й. 38 йортта — 175 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. М.С.Иҙрисов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.