ЙӨҘ ҘӘ ҺИКҺӘН АЛТЫНСЫ ИНЖЕНЕР‑САПЁРҘАР БРИГАДАҺЫ, 1942 й. окт. Камышин ҡ. янында 61‑се  (1991 й. алып 237‑се) айырым инженер‑сапёрҙар бригадаһы булараҡ ойошторола, 1946 й. башлап 26‑сы (1949 й. һәм 1997 й. алып 56‑сы) инженер‑сапёрҙар полкы, 1947 й. — 422‑се айырым инженер‑сапёрҙар батальоны, 1994 й. һәм 2000 й. — 186‑сы и.‑с.б., 2009 й. — 56‑сы инженер‑сапёрҙар полкы. 1942 й. окт. алып Дон фронтының 66‑сы армияһы, 1943 й. апр. — Воронеж фронтының 5‑се гвардия армияһы, 1943 й. июленән — Ялан (окт. башлап 2‑се Украина) фронты составында була. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1942—43‑йй. Сталинград һәм Курск алыштарында, 1944 й. Кировоград, Корсунь‑Шевченковский, Умань‑Ботошан, Яссы‑Кишинёв, Дебрецен, Будапешт, 1945 й.  Вена һәм Прага операцияларында ҡатнаша. 1980 й. алып БР‑ҙың Шишмә р‑ны 2‑се Алкин а. янында урынлаша. Үҙәк хәрби округ составына инә. Почётлы “Александрия” исеменә лайыҡ була (1943). Ҡыҙыл Байраҡ, 2‑се  дәрәжә Суворов (икеһе лә — 1944) орд. м‑н бүләкләнгән. 186‑сы инженер‑сапёрҙар бригадаһының 4 яугиры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 2,5 меңдән ашыуы орд. һәм миҙалдар м‑н бүләкләнә. Полк ком.: полк. Сергунин (1996 й. алып), Ф.Р.Ҡәйүмов (2000 й. алып), Е.В.Москвин (2004 й. алып), К.С.Сәлимханов (2007 й. алып).

С.А.Погодин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке